Вторник, 30.04.2024, 13:01
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2021 » Август » 27 » РМО учителей родных языков
14:29
РМО учителей родных языков

25 август 1-се һанлы Ҡариҙел урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының “Туған тел дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте” темаһы аҫтында сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы.
Сараның тәүге өлөшөндә район методик берекмәһе етәксеһе Яҡупова Гөлнара Фаһаман ҡыҙы көн тәртибе менән таныштырып, 2020-2021-се уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар, мари телдәре уҡытыусыларының йыллыҡ  эш һөҙөмтәләренә  йомғаҡ яһаны. 
Артабан 1-се һанлы Ҡариҙел урта мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөнәғәтова Әлфиә Сәғит ҡыҙы “Туған телдәр буйынса эш программаһын төҙөү үҙенсәлектәре” темаһына сығыш яһаны. Докладсының әйтелгәндәрен Байҡыбаш урта мәктәбенең туған телдәр уҡытыусылары яңы ФГОС-ҡа ярашлы эшлекле фекерҙәре менән нығытып ҡуйҙылар. Хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен  еткерҙеләр. 
Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Солтанова Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы әҙерләгән “Ырыуҙар ҡоро” проектын башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү дәрестәре аша уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү» темаһы ла кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы булды.
1-се һәм 2-се һанлы Ҡариҙел урта мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Яҡупова Гөлнара Фаһаман ҡыҙы һәм Дәүләтйәнова Эльмира Йәмил ҡыҙы  яңы «Интерактив башҡорт теле» дәрестәренең үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Хәбибйәнова Рәйлә Вәғизйән ҡыҙы барлыҡ уҡытыусыларҙың эш һөҙөмтәләренә байҡау яһаны.
Шулай уҡ быйыл Иҫке Аҡбүләк, Яугилде, Озерки, Абыҙ, Байҡы, Байҡыбаш, 1-се һәм 2-се һанлы Ҡариҙел урта мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусларының «Йәйләү» профилле сменаһы эшендә  булышлыҡ иткәндәре телгә алынды, улар район август кәңәшмәһенең пленар ултырышына Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры А.В.Хажиндың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнергә саҡырылды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар   башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Ултырыш аҙағында  юбилярҙарҙы, район һәм республика күләмендә уҙғарылған бәйгеләрҙе, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы баһалау эшендә әүҙем ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.    Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Просмотров: 257 | Добавил: karruno | Рейтинг: 4.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Август 2021  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024