Туған тел уҡытыусылары милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар.Шуға күрә лә, бурысыбыҙ булып, балаларыбыҙ күңелендә мәктәп эскәмйәһенән үк милли рух, теленә, халҡына һѳйѳү уятыу тора. Һәр сирек аҙағында ултырыштар үткәрелә. Алда ҡуйылған маҡсаттарҙың тормошҡа ашырылыуы тикшерелә, уҡытыусылар эш тәжрибәләре менән уртаҡлаша, үткәрелгән эштәргә, ҡаҙаныштарға байҡау яһала.
14 ғинуар көндө онлайн форматта “ Һәләтле балалар менән эште үҫтереү” ултырышы фәһемле үтте. Уны методик берекмә етәксеһе Г.Ф. Яҡупова алып барҙы. Ул көн тәртибе менән таныштырҙы, беренсе ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны. Методик мәғлүмәт үҙәге методисы Рәйлә Вәғизйән ҡыҙы Хәбибйәнова ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр уңышлы булыуында Яңы Бәрҙәш, Иҫке Аҡбүләк, Абыҙ, Әртәкүл,беренсе һәм икенсе һанлы Ҡариҙел мәктәптәре уҡытыусыларының өлөшө ҙур булыуын атап үтте.
Теоретик бүлекте Яңы Бәрҙәш мәктәбе уҡытыусыһы Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина " Берҙәм федераль баһалау материалдары нигеҙендә уҡыусыларҙың компетенцияһын баһалау. Белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың эҙерлеген халыҡ-ара ғәмәли тикшереү нигеҙендә дөйөм белем биреү сифатын баһалау" темаһы менән асып ебәрҙе. “Уҡытыусының бөтә эшмәкәрлеге берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу йә иһә региональ тикшереү эштәрендә асыҡ күренә. Бындай эштәр, беренсе сиратта, дөйөм белем биреү торошон системалы диагностикалауға йүнәлтелгәнлеген, ә ул эш, үҙ сиратында, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү, эшләнгән сараларҙың эффектлылығын баһалау маҡсатынан башҡарыла”,-тине ул. Тағы ла, туған тел уҡытыусыларының эше был диагностикалау һөҙөмтәләре буйынса иң юғары баҫҡыста тороуын билдәләп үтте.
Әртәкүл мәктәбе уҡытыусыһы Лотфуллина Гөлназ Нәғимулла ҡыҙы үҙенең эш тәжрибәһе менән һәләтле балаларҙы олипиадаларға, конкурстаға әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты. Хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерен, тәҡдимдәрен еткерҙе. Мәктәптә үткәрелгән олимпиадала һәләтле балаларҙы асыҡларға, улар менән эш планын төҙөп, муниципаль этапҡа әҙерлек эше башларға саҡырҙы. Рус мәктәптәрендә ҡағиҙә йәки әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш төбәгебеҙҙә, Башҡортостанда сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, һүҙлектәрҙе күрһәтеп, аңлы рәүештә ятлатыу ҙа ҙур уңышҡа килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Муниципаль этап олимпиада һөҙөмтәләре менән Хәзиева Т.Р.( башҡорт теле), Гәрәева Л.М. (татар теле), Сәлиева О.Е (мари теле) таныштырып үтте. Еңеүсе тип иҫәпләнгән уҡыусыларҙың эштәре республикаға ебәрелде. Райондан Республика халыҡ-ара төбәк олимпиадаһында Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ғәлимйәнова Гөлсөм саҡырылыуы билдәләп үтелде.
Ултырышта ҡатнашыусылар туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Икенсе ярты йыллыҡҡа эш планы ҡабул ителде.
|