Понедельник, 06.05.2024, 16:16
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Апрель » 30 » Райондың туған телдәр уҡытыусыларының методик берләшмәһе онлайн тәртиптә кәңәшмә үткәрҙе
07:30
Райондың туған телдәр уҡытыусыларының методик берләшмәһе онлайн тәртиптә кәңәшмә үткәрҙе

    Билдәле булыуынса Zoom платформаһы кәңәшмә үткәреүгә ни бары 30 минут ваҡыт бирә. Был арауыҡта бар мәсьәләләр ҡаралып өлгөрмәй. Ошоно иҫәпкә алып, берләшмә рәйесе, Байҡыбаш урта мәктәбе уҡытыусыһы Ә.К.Кәбирова, сараларҙы ике өлөшкә бүлеп үткәреүҙе тәҡдим итте, быны мәғариф бүлеге методисы Р.В.Хәбибйәнова ла раҫланы. Шулай итеп, телһөйәр уҡытыусылар башта 17 апрелдә осраштылар. Кәңәшмәгә ҡунаҡҡа район мәғариф бүлегенең баш методисы З.В.Сафина саҡырылғайны. Зөлфинә Ваяс ҡыҙы дистанцион шарттарҙа дәрес алып барыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Артабан һүҙ Озерки мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы А.Ф.Дәүләтшинаға бирелде. Айгөл Финат ҡыҙы март айында уҙғарылған республика күләмендәге “Йыл башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсында бик уңышлы ҡатнашып ҡайтҡайны. Ул ошо мәртәбәле сарала күрһәткән үҙенең оҫталыҡ дәресе менән таныштырҙы. Конкурсанттың фекере, яңыса эш алымы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оҡшаны. 17 апрель көндө Милли кейем байрамы үтте. Шуға ла ошо сараға йомғаҡ яһап, уның мөһимлеге тураһында әйтеп үтелде. 
29 апрелдә үткән икенсе ултырышта иһә уҡытыусылар башҡорт теленән  Халыҡ-ара тоталь диктант яҙыуға йомғаҡ яһаны, сарала әүҙем ҡатнашҡандарға, уның район күләмендәге ойоштороусыларына  рәхмәт белдерелде. Артабан һәр уҡытыусы быйылғы уҡыу йылында ирешкән ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп үтте. 9 майға, Еңеү көнөнә бағышланған сараларҙа ҡатнашыу кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды, һәр мәктәпкә айырым бурыстар йөкмәтелде. Уҡытыусылар, билдәле шәхесебеҙ М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын һөйләп, флешмобта ҡатнашасаҡтар. Уңыштар теләйек!

Просмотров: 273 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024