Пятница, 03.05.2024, 15:52
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2021 » Октябрь » 12 » Районда Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләүселәр әҙәби бәйгеһе уҙҙы
07:40
Районда Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләүселәр әҙәби бәйгеһе уҙҙы

«Салауат» һүҙе ғәрәп телендә «фатиха» тигәнде аңлата икән. Башҡорт халҡына быуаттар аша тамырҙарын онотмай, рухын юғалтмай, тыуған илен ҡурсалап, айырым бер милләт булып һаҡланып ҡалһын өсөн был фатиха Хоҙай тарафынан күптән, 260 йыл элек үк ебәрелгән. Мәңгелеккә милли үҙаңыбыҙ һағында тороусы батыр, башҡорт халҡының бөйөк сардары Салауат Юлаев бөгөн дә изге юлын - кеше күңеленә азатлыҡ, үҙаллылыҡ орлоҡтарын сәсеү, ата-бабаларҙан ҡалған ерҙе яҡлап дауға ҡаршы сығырлыҡ көс биреп, әйҙәүсе булыуын дауам итә. Заманалар үҙгәреп, ҡулға ҡорал алып, яуға күтәрелер саҡтар күптән уҙһа ла, аҡыл туплап, дөйөм ил яҙмышына битараф булмаҫҡа өндәй ул беҙҙе. Милли батырыбыҙ, шағир-импровизаторҙың баҡыйлыҡҡа киткән көнөндә уның иҫтәлегенә арнап үткәрелгән район әҙәби бәйгеһе Салауатты йөрәк түрендә йөрөтәбеҙме, һүҙен күңелебеҙҙә тотабыҙмы икәнлекте тағы бер ҡат тикшерҙе. Бәйгелә Ҡортлокүл, Ҡараяр, Яңы Бәрҙәш, Хәлил, Байҡыбаш, Урғыш, Артакүл, Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се урта, Иҫке Аҡбүләк, Яугилде, Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәптәренән «салауатсылар» ҡатнашты. Шиғырҙар башлыса башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны.

Башланғыс кластар араһында түбәндәге урындар билдәләнде:

  • Талипов Денис, 3-сө класс уҡыусыһы, Иҫке Аҡбүләк мәктәбенән, Гран-при;
  • Ғәләүетдинова Риана, 4-се класс уҡыусыһы, Ҡараяр мәктәбенән, 1-се урын;
  • Шайдуллина Әлиә, 4-се класс уҡыусыһы, Хәлил мәктәбенән, 2-се урын;
  • Ғәлиханов Альмир, 4-се класс уҡыусыһы, Байҡыбаш мәктәбенән, 3-сө урын.

5-8-се кластар араһында:

  • Мөғәллимова Әминә, 7-се класс уҡыусыһы, Иҫке Аҡбүләк мәктәбенән, Гран-при;
  • Исламғолова Илзира (5-се класс),  Нурлығаянова Эльвина (6-сы класс) Иҫке Аҡбүләк, Миниәхмәтова Ләйлә (5-се класс) Артакүл, Ғүмәрова Таңсулпан (8-се класс) - Хәлил мәктәбенән – 1-се урын;
  • Әюпова Гөлдәр (5-се класс), Сәмиғуллина Ильвина (8-се класс) 2-се Ҡариҙел, Вәлиев Рәсүл (7-се класс)  Абыҙ мәктәбенән – 2-се урын;
  • Мөхәмәтов Камил (5-се класс) Яңы Бәрҙәш, Ғайнанова Гөлдәр (8-се класс) 1-се Ҡариҙел, Исламов Наил (6-сы класс) Яугилде мәктәбенән – 3-сө урын.

             9-11-се кластар араһында:

  • Хазиева Алина, 9-сы класс, Иҫке Аҡбүләк мәктәбенән – Гран-при;
  • Янышева Андриана (10-сы класс) Урғыш, Мөбәрәкова Светлана (9-сы класс) Хәлил мәктәбенән – 1-се урын;
  • Хатмуллин Марсель, 11-се класс уҡыусыһы, Байҡыбаш мәктәбенән – 2-се урын;
  • Ильясов Илнур, 11-се класс уҡыусыһы, Яңы Бәрҙәш мәктәбенән – 3-сө урын.

Барлыҡ еңеүселәрҙе һәм уларҙың уҡытыусыларын ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!

Просмотров: 232 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Октябрь 2021  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024