10 сентябрь республикала Башҡортостан халыҡтарының милли костюмы көнө билдәләнә. Халҡыбыҙҙың милли кейемендә данлыҡлы тарихыбыҙ, булмышыбыҙ, рухиәтебеҙ, йәшәйешебеҙ сағыла – ошо хәҡиҡәтте балаларға еткереү бөгөн туған телдәр уҡытыусыларының төп бурысы булып һаналды. Ошо уңайҙан Ҡариҙел районының барлыҡ белем усаҡтарында ла байрам саралары ойошторолдо. Туған телдәр уҡытыусылары милли костюм, уның әһәмиәте, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар дуҫлығы, Ҡариҙел районы халыҡтарының үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡлы класс сәғәттәре ойошторҙо. Республикала иғлан ителгән «Мин милли кейемдә уҡыйым» акцияһына ла Ҡариҙел илһөйәрҙәре теләп ҡушылды.
|