17 апрелдә Башҡортостанда иғлан ителгән Милли кейем көнөнә Ҡариҙел районының туған телдәр уҡытыусылары ла ихлас күңелдән ҡушылды. Бөтә район уҡытыусылары, уҡыусылары, ата-әсәләре БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үткәргән асыҡ дәресте ҡараны. Әминә Ивний ҡыҙы башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында матур итеп, ентекле һөйләне һәм милли кейемдәр флешмобында ҡатнашырға саҡырҙы. Милли кейемдәрҙә дәрес ойоштороуҙың отошло икәнен уҡытыусылар тағы бер үҙ иңдәрендә татыны. Онлайн дәрестәрҙә балалар башҡорт, татар, мари, рус халҡының милли кейеме тураһында ентекле мәғлүмәт алды. Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик яҡшы һәм фәһемле булды. Киләсәктә был башланғыстар юғалып ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
|