Хәҙерге белем биреү системаһында уҡыусыларҙа коммуникативлылыҡ формалаштырыу иң мөһим маҡсаттарҙың береһе һанала, сөнки шәхестең йәмғиәттә үҙенең урынын таба алыуы, тормошта килеп тыуған төрлө ҡатмарлы шарттарға яраҡлашып йәшәүгә әҙерлеге коммуникатив эшмәкәрлектең ниндәй кимәлдә үҫешкән булыуы менән туранан-тура бәйле. Тел һәм лингвистик, мәҙәни компетенцияларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Мәктәп шарттарында туған телде өйрәнеү барышында әлеге компетенциялар комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.
Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу яғынан маҡсатлы эш алып барыла һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Быйылғы уҡыу йылында ла ошо йүнәлештә әүҙемлек күрһәткән тырыш уҡыусыларыбыҙ 8-се кластан Ильясова Ләлә менән 10-сы класс уҡыусыһы Хөпөтдинова Розалина ваҡыттарының һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Уҡыу отличниктары булыуҙан тыш, улар район, республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһап, юғары күрһәткестәргә өлгәштеләр. Ҡыҙҙар “Республикамды данлайым” районда үткән иншалар конкурсында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙған регион-ара олимпиаданың муниципаль этабында, халыҡ-ара “Глобус олимпиадаһында, Ю.А.Гагарин исемендәге кубокка үткәрелгән республика олимпиадаһында, “Тел серҙәре” интернет – викторинала, “Бабич уҡыуҙары”, “М.Кәрим уҡыуҙары”, “Б.Бикбай уҡыуҙары” республика һәм регион-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, Аҡмулла диктантында, этнографик диктант яҙыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәштеләр һәм төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. Ҡыҙҙарҙы ҡотлап, артабан да уларға ошо йүнәлештә яңынан-яңы үрҙәргә ынтылыуҙарын теләйбеҙ! Афарин, ҡыҙҙар!
|