Вторник, 07.05.2024, 04:22
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2019 » Июнь » 17 » Ял итеү үҙәге “Йәйләү - 2019”
08:27
Ял итеү үҙәге “Йәйләү - 2019”

   Байҡыбаш урта мәктәбе алдында ойошторолған профилле балалар ял итеү үҙәге “Йәйләү - 2019” Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы һәм  Гөлнур Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаевалар ижад иткән профилле сменалар үткәреү өсөн программаға таянып, 7-14 йәшкәсә 65 баланың  тәбиғи һәләтен асыу маҡсатында туған тел мөхите булдыра, уның һәр яҡлап үҫешенә йүнәлеш биреү өсөн шарттар тыуҙыра, өҫтәмә белем бирә, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығыта.

   Программала аҙ ваҡыт эсендә бик күп бурысты тормошҡа ашырыу маҡсаты билдәләнгән, шуның өсөн төрлө йүнәлештәр ҡаралған: белем биреү; рухи-әхлаҡи тәрбиә; спорт-һауыҡтырыу; ижади эшмәкәрлек; илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү;  мәҙәни-тарихи белем биреү һәм ғәмәли башҡарыу; социаль-көнкүреш һабаҡтары.

   Юғары категориялы уҡытыусылар, ырыуҙарҙың (“Унлар”, “Балыҡсы”, “Танып”)  баш әйҙәүселәре, балалар менән  уйындар, спорт ярыштары үткәрә, сәйәхәттәргә алып сыға, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә, туған телдә йырҙар башҡара, Унлар ырыу тарихы аша үҙ еребеҙҙең тарихын өйрәнә, Ҡариҙел төбәгендәге топонимик атамаларға ҡарата ижад ителгән легендаларҙы өйрәнә, үҙ төбәге тарихына ҡыҙыҡһыныу уята, халыҡ шәхестәренең, күренекле әһелдәренең тормош һәм ижад юлын өйрәнеү маҡсатында улар исеменә конкурстар үткәрә, ҡыҫҡа ваҡытҡа сәйәхәттәргә алып сығып, тирә-яҡтың үҫемлектәре, ҡош-ҡорто, йәнлек-хайуандары менән таныштыра  һәм туған телдә уларҙың атамаларын өйрәтә, һәр баланы сәхнәгә сығара, мотлаҡ йырлата һәм бейетә. Ял итеү үҙәгенең маҡсаттарынан һәм бурыстарынан сығып, тәрбиәселәр тик башҡорт телендә һөйләшә. Улар тарихты, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, ижадты яҡшы белә; йыр-бейеүгә маһир, күбеһе музыка ҡоралдарында уйнай.

   Ошо эштәр  түңәрәктәр аша тормошҡа ашырыла. “Йәйләү”ҙә йыр өйрәнеү (Лосева Гүзәллиә Альберт ҡыҙы), бейеү (Нәзметдинова Рушания Фәрит ҡыҙы), “Башҡорт һауыт-һабалары” папье-маше (Ғыйлмуллина Лилиә Рафаэл ҡыҙы), “Башҡорт ҡурсаҡтары” (ҡурсаҡтарға кейем тегеү) Әхмәтова Анна Михайловна), шахмат, шашка (сатраш уйнау)(Сәмиғуллина Диләрә Мөнир ҡыҙы), башҡорт музыка ҡоралдары (Ғәлимйәнова Әлфинә Әмиржан ҡыҙы), тасуири шиғыр уҡыу (Кәбирова Әсбирә Мәғәрүф ҡыҙы) түңәрәктәре үҙҙәренең программаларына таянып эшләй. Балалар беренсе уңыштары менән беҙҙе ҡыуандыра. Һәләтле балалар менән шулай уҡ аҙнаға 2 тапҡыр йәнле башҡорт һәм инглиз телдәрендә  ирекле һөйләү телмәре үҙләштерелә.

  Республикабыҙға исем биргән башҡорт халҡының һәм быуаттар элек Ҡариҙел ерҙәренә күсеп ултырған башҡа милләт вәкилдәренең тарихы, традицияһы, йолалары тураһында мәғлүмәт бирелә, ихтирамлы мөнәсәбәт нигеҙендә илһөйәрлек, интернациональ, толерантлыҡ тойғоһо тәрбиәләнә, һәр балала иң элек үҙ туған теленә, халҡына ҡарата һөйөү күҙ уңында тотола.

Просмотров: 328 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Июнь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024