Суббота, 04.05.2024, 01:21
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2016 » Декабрь » 29 » “Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” девизы аҫтында Беренсе район балалар ҡоролтайы үтте
14:48
“Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” девизы аҫтында Беренсе район балалар ҡоролтайы үтте

  26 декабрҙә Дыуан районы республика лицей-интернатында “Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” девизы аҫтында Беренсе район балалар ҡоролтайы үтте. Сараны Бөтә донъя  башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР мосолмандары Диниә назараты, Дыуан районы хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы, Республика лицей-интернаты һәм “Салауат Юлаев тоҡомдары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.

  Район мәктәптәренең 8-11 синыфы уҡыусыларын берләштергән сара башҡорт телендә алып барылды. Унда мәғариф учреждениеларынан һайланып килгән делегаттар, саҡырылған ҡунаҡтар, педагогтар, йәштәр ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. 

  Балалар ҡоролтайының төп маҡсаты – үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыу. 

 

Тамашалар залында бейеүгә, йыр-моңға, шаяртыуға оҫта уҡыусылар сығышынан торған бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. “Төньяҡ Амурҙары” КВН командаһының сығышы, Наҙгөл Нәҙершина һәм Гөлсөм Нуриеваның бейеүе, Шамил Исламов һәм Гүзәл Исрафилованың йырҙары, 11-се класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Тыпырҙаҡ” бейеүе, егеттәр башҡарыуында “Салауат вариҫтары” тамашасылар күңеленә хуш килде.

Артабан уҡыусылар етәкселәре менән “Әсәм теле миңә – сәсән теле”, “Ал да нур сәс халҡыңа”, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”, “Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ” кеүек секция ултырыштарына таралышты. Һәр секцияла уҡыусылар үҙҙәрен борсоған проблемалар буйынса сығыш яһаны. Етәкселәр уларҙың эшен баһалап, кәңәштәрен бирҙе. Яҡшы эштәрҙе гәзит биттәрендә баҫтырырға, тигән тәҡдим индерелде.

Секция эштәре тамамланғас, һәр төркөмдән икешәр уҡыусы ток-шоуҙа ҡатнашты. Унда  интернет зарарлымы-юҡмы, башҡорт ғаиләһе, атай-әсәйҙәр ниндәй булырға тейеш  кеүек мәсьәләрҙе күтәрелде. Балалар ошо темаға фекер алышты. Тамаша залында һуңынан “Яҡты киләсәк – беҙҙең ҡулда” девизы менән райондың Беренсе балалар ҡоролтайы резолюцияһы ҡабул ителде.

Әүҙем ҡатнашыусылар ойоштороу комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ҡариҙел районынан делегат булараҡ Регина Хәйҙәршина ҡатнашты.

 

Просмотров: 650 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Декабрь 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024