Ҡараяр урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Әхмәтова Самира республика күләмендә ойошторолған “ Иң һәләтле китап уҡыусы” конкурсында әүҙем ҡатнашып 2-се урынға лайыҡ булды. Мостай Кәримдең “ Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен Самира бик яратып уҡый, сөнки ул әҫәрҙә үҙе кеүек йәш тиҫтерҙәр, бер – береһенә ярҙам итеп, һуғыш ваҡытында бик күп ауырлыҡтар аша үткән балалар.
Әхмәтова Самира класта иң һәләтле уҡыусы. Ул тик 5-ле билдәләренә генә уҡый. Мәктәп, район күләмендә ойошторолған барлыҡ конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, маҡтаулы грамоталары бихисап. |