Воскресенье, 05.05.2024, 18:51
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Январь » 31 » ФГОС шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу
09:12
ФГОС шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу

   27-29 ғинуарҙа Ҡариҙел ауылының 1-се мәктәбендә райондың башҡорт теле уҡытыусылары өсөн «ФГОС шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу» темаһы буйынса курстар ойошторолдо. Уны Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы белгесе, филология фәндәре кандидаты Луиза Риф ҡыҙы Кирәева алып барҙы. Тәүге көндә үк курсты тыңлаусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе. Өс көн дауамында райондың башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, йәнле һөйләшеү барышында төрлө мөһим мәсьәләләр ҡаралды, текстар, дәрес өлөштәре тикшерелде. Л.Р.Кирәева лирик һәм эпик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ итеп анализлауға иғтибар бирҙе. Бының өсөн ул практик эштәр, әңгәмәләр ойошторҙо. Луиза Риф ҡыҙы шулай уҡ башҡорт теле дәрестәрендә ИКТ технологияларын ҡулланыуҙыңдың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тәүге көндө үтәрелгән тест яуаптары ла тикшерелде, ҡайһы бер әҙәбиәт ғилеме һорауҙары ҡаралды. Артабан уҡыуҙар дистанцион формала 5 февралгә тиклем дауам итәсәк. Бында уҡытыусыларға Башҡорт теле йылына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, төрлө бөйөк шәхестәрҙең юбилейҙарына арналған дәрес йәки кластан тыш сара планын әҙерләп остаздарына тапшырыу ҡаралған.

Әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә дәрестәрҙән һуң Л.Р.Кирәева, район мәғариф бүлеге методисы Р.В.Хәбибйәнова менән берлектә, район хакимиәте һәм уның төрлө бүлектәре хеҙмәткәрҙәре, урындағы мәктәп директорҙары өсөн дә башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыуҙар ойошторҙо. Район хакимиәте башлығы И.В.Ғарифуллиндың үҙенең ҡатнашыуы ла был сараға оло мәртәбә өҫтәне.

Курстар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 17 авгусында раҫланған «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы нигеҙендә бойомға ашты, барлығы 50-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Просмотров: 473 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024