24 апрель көндө донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө майҙансыҡтарҙа Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Ул онлайн-форматта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ла ойошторолдо. Халыҡ-ара Акцияны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрҙе. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн тексты – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уҡыны.
Өфө күп профилле һөнәри колледжында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусылар йыйылды. Сара “Шайморатовсылар – легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре”биографик белешмәһенең һәм Башҡорт тарихы йылына ярашлы З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ошо көндәрҙә донъя күргән олуғ тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш биләмәләре тарихы” һәм “Минзәлә башҡорттарының ауылдары” китаптарының исем туйы менән башланды.
Артабан ҡатнашыусылар диктант яҙҙы. Улар өсөн диалектта әҙерләнгән тексты рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалғанАльберт Исмәғил уҡыны. Текст “Хикмәтле шишмә” тип аталды.
Әйтергә кәрәк, был сарала 8 башҡорт ырыуы вәкилдәре менән бер рәттән, беҙҙең райондан Унлар ырыуы вәкилдәре лә ҡатнашты: район ҡоролтайы комитеты рәйесе урынбаҫары Камалиева Әлиә Закирйән ҡыҙы, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Шәйехова Рәфинә Нәҡип ҡыҙы, Ғиндуллина Зилиә Туҡтағол ҡыҙы, Хәжиева Тәфкиә Риф ҡыҙы һәм Дәүләтйәнова Эльмира Йәмил ҡыҙы.
- Диктант тексы әллә ни ауыр булманы. Бик матур йөкмәткеле ине. Альберт Исмәғил уны тасуири итеп, еренә еткереп уҡыны. Күптәр диалектта һөйләшергә генә мөмкин тип һанай. Ә беҙ бына диалектта диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашып, урындағы һөйләштәрҙә диктант яҙырға ла мөмкин икәнде асыҡ күрһәттек! – тип үҙҙәренең тәьҫораттары менән ихлас бүлеште уҡытыусылар.
Унан һуң ғалим-тарихсылар, башҡорт ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашлығында “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҫеш мөмкинлектәре” тип аталған темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үтте.
Был көн ысын мәғәнәһендә байрам, рух күтәренкелеге төҫөн алғайны.
|