Пятница, 03.05.2024, 16:28
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2021 » Октябрь » 12 » Башҡортостан тарихы йылы һәм Республика көнөнә арналған иншалар
07:39
Башҡортостан тарихы йылы һәм Республика көнөнә арналған иншалар

Башҡортостан тарихы йылы һәм Республика көнөнә арналған иншалар буйынса район конкурсына туған телдәр секцияһында башҡорт, татар һәм мари телдәрендә яҙылған барлығы 11 уҡыусының эше ҡаралды. Яңы Бәрҙәш, 2-се Ҡариҙел, Байҡыбаш, Ҡортлокүл урта, Иҫке Аҡбүләк, Абыҙ, Яугилде, Иҫке Этҡосто төп дөйөм белем биреү мәктәптәренән телһөйәр конкурсанттар район конкурсының тәртибенә ярашлы матур темалар  һайлаған. Уларҙың етәкселәре балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, инша яҙыу аша уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтереп, дәрестәрҙә алған белемдәренә таянып, ижади һәләттәрен аса алғандар.

Башҡорт телендә яҙылған иншалар араһында I урынға Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Хәбирова Лиана лайыҡ булды. Ошо уҡ мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Әлетдинова Гөлфиә II урын яуланы. Етәкселәрен  Т.Р. Хазиеваны ҡотлайбыҙ! Яңы Бәрҙәш мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ҡотлоева Әлмира (етәксеһе – Д.Ә.Суфиярова), Абыҙ мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Барченкова Кристина (етәксеһе – Г.Р.Солтанова), 2-се Ҡариҙел мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Сәмиғуллина Ильвина (етәксеһе – Э.Й.Дәүләтйәнова) III урынға сыҡты.

Татар телендә яҙылған иншалар араһында Яугилде мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ғөбәйҙуллина Аделина I урын яуланы, етәксеһе Л.М.Гәрәева.

Мари телендәге эштәр араһында Иҫке Этҡосто мәктәбенең 9-сы һәм 8-се класс уҡыусылары Аплекаева Эльвина (етәксеһе – Д.П.Аплекаева) һәм Губаев Константин (етәксеһе – О.С.Янибекова) 1-се һәм 2-се урындарҙы бүлеште.

Барлыҡ конкурсанттарҙы ла уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәргә өлгәшеүен теләйбеҙ!

Просмотров: 222 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Октябрь 2021  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024