18 май көндө, Ҡариҙел районы халҡы башҡорт теленән яҙыласаҡ халыҡ-ара диктантта ҡатнашты. Башҡорт телен яратып, уны хөрмәт итеп барыһы 450 кеше теләк белдерҙе.Шулар араһында:уҡыусылар-343,уҡытыусылар-71,ата-әсәләр-25, башҡорт теленә битараф булмаған -11 кеше диктант яҙҙы. Яҙыусылар : «5»-184,«4»-207,«3»-54 кеше билдәләрен алды. Майҙансыҡтар район күләмендәге 20 мәктәптә ойошторолдо.Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. |