Вторник, 30.04.2024, 04:56
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2019 » Декабрь » 16 » Башҡорт теле көнө
07:55
Башҡорт теле көнө

  14 декабрь -  Башҡорт теле көнө. Был дата республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы билдәләнде. Байрам сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторолдо. Байрам тантаналарынан Ҡариҙел районы мәктәптәре  лә ситтә ҡалманы. Иҫке Аҡбүләк, Хәлил, Байҡыбаш, Әртәкүл, Озерки, Яугилде, Абыҙ, Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәре айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Һәр мәктәптә тиерлек бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы дәрестәр үтте, уҙған быуатта уҡ халҡыбыҙҙы яҡтылыҡҡа, белем алырға өндәгән бөйөк шәхесебеҙгә дан йырланды. Был көндө Рәми Ғариповтың,  Баязит Бикбайҙың, Зәйнәб Биишеваның  туған тел тураһындағы билдәле шиғырҙары яңғыраны. Байҡыбаш урта мәктәбендә тантаналы линейка ойошторолһа, Яугилде төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары тел тураһында диктант яҙҙылар. Хәлил мәктәбендә балалар кемуҙарҙан туған тел хаҡында мәҡәлдәр өйрәнделәр. Ҡариҙел ауылының 1-cе мәктәбе уҡыусылары иһә Балалар үҙәк китапханаһында йәнле осрашыуҙар үткәрҙе. 2-се мәктәптә Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын сағылдырған кисә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Яңы асылған Абыҙ мәктәбендә лә Башҡорт теле көнө киң билдәләнде. Байрам саралары мәктәп директоры А.Х.Вәғизовтың башҡорт халыҡ шағиры Р.Ғәриповтың “Туған тел” шиғырын һөйләүе менән башланып китте. Артабан эстафетаны башланғыс класс уҡыусылары ҡабул итеп алды. Низаметдинова Лия, Ғабдуллина Каролина, Ғәлимйәнова Эллари башҡорт телендә шиғырҙар һәйләнеләр. Уларға уҡытыусылары Гөлнара Барис ҡыҙы Губаева, Лилиә Рәйес ҡыҙы Хаффазовалар ҙа ҡушылды. Балалар З.Биишева, Р.Ғарипов, Б.Бикбай шиғырҙарын яратып тыңланы. Уҡыусылар билдәле “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын тыңланылар, үҙҙәре лә ҡушылып йырланы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Солтанова аҙаҡта балаларға «Мин башҡортса һөйләшәм!» тип яҙылған смайликтар таратты. Ул һүҙҙәрҙе уҡыусылар хор менән әйтеп, күңелле нотала таралышты.

Һуңынан ҙур кластарҙа Берҙәм башҡорт теле дәресе үткәрелде. Уҡыусыларға ни өсөн 14 декабрь башҡорт теле көнө тип аталғаны аңлатылды. Әлбиттә, Мифтахетдин Аҡмулла тураһында белешмә тупланды, интерактив экран аша уның музейына виртуаль экскурсия үткәрелде. Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы был музей балаларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ уҡыусыларға башҡа милләт кешеләренең башҡортса һөйләшкән видеояҙмалары тәҡдим ителде. Америка ҡатыны Ленди Пегейҙың, Салауат Юлаев командаһының билдәле һөжүмсеһе Линус Умарктың, спортсы Джефф Монсондың башҡорт телендә һөйләшеүҙәре балаларҙы аптыратты. Ошо нигеҙҙә башҡорт телен нығыраҡ өйрәнеүгә, телде яратырға, хөрмәтләргә, иркен аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырмауға баҫым яһалды.  Уҡыусылар тел тураһында мәҡәлдәр менән дә танышты. Башҡорт теле көнө мәктәп уҡытыусыларының “Мин башҡортса уҡыйым” әҙәби флеш-мобы менән  тамамланды.

 

Просмотров: 658 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Декабрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024