Пятница, 03.05.2024, 18:21
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Декабрь » 14 » Башҡорт теле йылын йомғаҡлау һәм башҡорт теле көнөн үткәреү
15:40
Башҡорт теле йылын йомғаҡлау һәм башҡорт теле көнөн үткәреү

     2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Был башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сығып, республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хуплау тапты. Инициативаның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған саралар иҫ киткес күп ойошторолдо. Уның һәр бер айын тематик йүнәлештә үткәреү - тәҡдим ителгән сараларҙың тәүгеһе булды.

Башҡортостан – туған телдәрҙе үҫтереү һәм уҡытыу буйынса илдә иң алдынғылар рәтендә. Республика мәктәптәрендә 14 туған тел уҡытыла.

Шул уҡ ваҡытта йылдан-йыл туған телдәрҙе өйрәнеүсе балалар һаны кәмей. Был тенденцияны туҡтатыу өсөн республика етәксеһе тәҡдим иткән мөһим йүнәлештәрҙең береһе – башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен тәрәндән өйрәтеүсе лингвистик гимназиялар асыу. 2024 йылға тиклем ошондай 12 мәктәп асыу күҙаллана.

Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада ла Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индерелде һәм юғары уҡыу йортона документтар ҡабул иткәндә еңеүселәр өсөн өҫтәмә балл бирәсәк. Бынан тыш, башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиада һәм конкурстар еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы премияһы ҡаралған. Каникул ваҡытында башҡорт телен өҫтәмә өйрәнергә теләүселәр өсөн профилле лагерҙар ойошторола. Бына беҙҙә лә “Йәйләү” лагеры инде бер нисә йыл рәттән эшләп килә.

Тел ул – бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп быуатлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү – һәр кемдең изге бурысы.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул.

Шул айҡанлы Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә лә йыл барышында күп сараларҙа бик әүҙем ҡатнашҡан һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙы бүләкләү ойошторолдо. Йомғаҡлау сараһы итеп 1-5 класс уҡыусылары әҙерләгән “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” тематикаһы буйынса әкиәттәр сәхнәләштереү алдан үткәрелгән декадник барышында әҙерләнгән материалдарҙың презентацияларын күрһәтеү менән үрелеп барҙы. Сара бик фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп ойошторолғайны.

Презентация материалдары.

Просмотров: 448 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Декабрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024