Вторник, 07.05.2024, 03:18
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Апрель » 25 » Бөгөн башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант ойошторолдо
16:11
Бөгөн башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант ойошторолдо

   Эпидемиологик хәлгә бәйле был күләмле акция үҙенең  тарихында тәүге тапҡыр онлайн тәртиптә үтте. Тура тапшырыу “БЮТ” телеканалы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә барҙы. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған диктантты Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яҙҙылар. Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Германиянан, Франциянан, Бөйөк Британиянан, АҠШ-тан һәм Канаданан белем һынап ҡарарға теләгәндәр булды.
   Был сараға Ҡариҙел районы халҡы ла ихлас ҡушылды. Күберәк мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар ҡатнашты, пенсионерҙар ҙа ситтә ҡалманы, барлығы 600-гә яҡын телһөйәр диктант яҙырға теләк белдергән. Тотош ғаиләләре менән дә яҙыусылар теркәлде. Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Зилә Камил ҡыҙы Нәзметдинова  ла башҡорт теленә булған оло һөйөү менән диктант яҙҙы, туған телдәр буйынса методист Рәйлә Вәғизйән  ҡыҙы Хәбибйәнова етәкселегендә барлыҡ методистар ҙә был акцияла ҡатнашып, берҙәмлек күрһәтте.
   Ойоштороусылар программаны өс блокка бүлде: телде өйрәнә башлағандар өсөн – ябай, башҡортса яҡшы белгәндәр өсөн – ҡатмарлы һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн – айырым текст. Диктант тексын мультиинструменталист һәм шоумен Заһир Зәйнетдинов, “Хәбәрҙәр” программаһын алып барыусы Флүрә Мурзина һәм яҙыусы-сатирик, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Марсель Сәлимов уҡыны.
Республика башлығы Радий Хәбиров та акцияла ҡатнашып, сараның мәртәбәһен арттырып ебәрҙе.  «Беҙҙең өсөн «Башҡорт диктанты» проекты ныҡ кәрәк. Ул беҙҙе, беренсенән, берләштерә. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнергә яңы стимул бирәсәк. Был заманда беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем", – тине ул.

Просмотров: 221 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024