Башҡортостан Республикаһының август кәңәшмәһе алдынан Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты 13 август көндө 22 төньяҡ-көнбайыш райондарынан етмешкә яҡын туған телдәр буйынса район методистарын, башҡорт телен пропагандалауға өлөш индергән директорҙарҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында туған башҡорт телен өйрәнеүҙең үҙенсәлектәре” дискуссия майҙансығына йыйҙы. Беҙҙең райондан Хәбибйәнова Рәйлә Вәғизйән ҡыҙы (район мәғариф бүлеге методисы), Солтанова Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы (Ҡараяр мәктәбе директоры), Кәбирова Әсбирә Мәғәрүф ҡыҙы (Байҡыбаш мәктәбе) ҡатнашты. Сәләмләү һүҙе менән БР Мәғариф министры урынбаҫары Ғәлиева Әлфиә Закир ҡыҙы сығыш яһаны, дискуссия майҙансығын асты.
Филилогия фәндәре кандидаты, БашДУ-ның БР тарихы, археология һәм этнология каффедраһы доценты Сәйетбатталов Искәндәр Рәсүл улы “Урал – Волга буйы төрки телдәр системаһында төньяҡ-көнбайыш диалекты” темаһын ҡатнашыусыларға асыҡ аңлатты.
“Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт телен өйрәнеү үҙенсәлектәре” – “Донъяуи кафе”ла һәр кеше үҙенең фекрен әйтә алды, сөнки ҡатнашыусылар 8 өҫтәл артына ултыртып, һәр модератор ярҙамында ҡуйылған һорауҙарға яуап алды. Һуңынан эксперттар (ғалимдар, БДУ тел һәм тарих фәндәре профессорҙары) “Донъяуи кафе” эшенә йомғаҡ яһаны.Резолюция ҡабул ителде. Дискуссия майҙансығында ҡатнашыусылар тәҡдиме тормошҡа ашыр тип уйлайбыҙ.
|