Четверг, 09.05.2024, 02:52
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2022 » Февраль » 25 » “Ҡариҙелем – тыуған ерем”
10:42
“Ҡариҙелем – тыуған ерем”

  Тыуған ер! Ниндәй ҙур төшөнсә ул. Беҙҙең тыуған еребеҙ – мәшһүр тәбиғәтле Ҡариҙел районы. Уның 90 йыллыҡ юбилейы  бар төбәктәрҙә лә киң билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланған сараларға бәйле булыуы, беҙгә, уҡытыусыларға шатлыҡлы күренеш булды. Ошо айҡанлы 1-се Ҡариҙел урта мәктәбендә бик матур “Ҡариҙелем – тыуған ерем” әҙәби-музыкаль кисәһе үтте.
Байрамыбыҙ Урмансы, Болонсо һәм Йылға образдары тыуҙырған сәхнә күренеше менән башланып китте. Еребеҙҙе ҡап ике өлөшкә, урмандар иленә һәм болон-яландар яғына бүлеп Ҡариҙелкәй йылғаһы үҙенә юл ярып ағып киткән... Мәктәп уҡыусылары Азат һәм Азамат Әғләмовтар, Зарина Тазиева ошо легенданы байрамға килеүселәрҙең күңеленә еткерә алды. Артабан бөгөнгө Ҡариҙелгә күҙ һалып, кисәне алып барыусылар Динисламова Нурзилә һәм Риянов Альберт уның  бай тарихлы, үҙенең Гербы, Флагы булған, төрлө милләтле күркәм халҡы йәшәгән матур район икәнлеге хаҡында бәйән итте. 2-се класс уҡыусыһы Еремеева Ксения рус телендә урындағы шағирәбеҙ Наталья Ғәлләмованың “Ҡариҙелем” шиғырын рус телендә һөйләп ишеттерҙе. 3-сө класс уҡыусыһы Әғләмов Азат иһә Абдулхаҡ Игебаевтың “Тыуған ерем” шиғырын башҡорт телендә уҡыны.  Ике уҡыусының да сығыштары Ҡариҙел еренең күренекле шәхестәре, батырҙары, геройҙары, уны данлаған шағир-шағирәләре хаҡында бай мәғлүмәттәр менән оҙатыла барҙы. 
Байрамға райондың билдәле шағирҙары ҡунаҡҡа саҡырылыуы сараның мәртәбәһен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Башҡортстан Яҙыусылар берлегенең һәм шулай ук Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы, Ғаян Локманов исемендәге премия лауреаты, биш китап авторы Заһит Мирхәйҙәр улы Мурсиев, шулай уҡ шағир, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге  ағзаһы,уҡытыусы, тыуған яғыбыҙ тарихын өйрәнеүгә бик күп көсөн һалған тарихсы, мәғариф отличнигы Фидаил Әбелғаян улы Сафин, “Иҙел” әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы Әхкәметдинова, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты, 1-се Ҡариҙел урта мәктәбенең хөрмәтле уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы Тәнзилә Муллайән ҡыҙы Яҡуповалар йәнле, рухлы сығыштары, илһамлы шиғырҙары менән таныштырып үтте. Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Хәйҙәршина Регина Нәғим ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Ниндәй байрам йыр-бейеүһеҙ булһын инде?! Сәхнәгә 1-се Ҡариҙел урта мәктәбенең инглиз теле  уҡытыусыһы Ильмира Ғәлиева күбәләктәй бөтөрөлөп килеп сыҡты, ул иң популяр башҡорт халыҡ бейеүе “Бишбармаҡ”ты бейене. Ильмира Ғәлиева кескенә саҡтан Район мәҙәниәт һарайының “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнгән. Уның художество етәксеһе Рәфилә Мөнирова районыбыҙ мәҙәниәте тарихына күп көс һалған кеше. Крохалева Полина һәм Мөбәрәкова Әминә “Баҫ әле” татар халыҡ бейеүе менән иҙәндәрҙе лә, йөрәктәрҙе лә дер һелкетеп алды. 7-се класс уҡыусыһы Исламов Альмир башҡарған “Гармун моңо”, Анастасия Ташпаеваның “Тыуған яҡ” йырҙары ла күңелдәргә дәрт өҫтәне. 8-се класс уҡыусыһы Ғайнанова Гөлдәр башҡарыуында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың легендар “Туған тел” шиғыры әҙәби-музыкаль кисәнең финал аккорды булып яңғыраны. Эйе, еребеҙҙе, телебеҙҙе белмәһәк, һаҡламаһаҡ, байытмаһаҡ, үҫтермәһәк, киләсәгебеҙ беҙҙең булырмы?
                                                                          Гөлнара Яҡупова,  1-се Ҡариҙел урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Просмотров: 151 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Февраль 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024