Суббота, 04.05.2024, 03:04
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Декабрь » 21 » 2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне
06:59
2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне

2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Был башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сығып, республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хуплау тапты. Инициативаның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә тиерлек Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.

Ҡариҙел районының туған телдәр уҡытыусыларының да был юҫыҡтағы эшмәкәрлеге  әүҙем булды. Һәр мәктәп был көнгә арнап эш планы төҙөнө. Маҡсатлы рәүештә уҙғарылған саралар иҫ киткес күп булды. Башҡорт теле уҡытылған һәр мәктәп айырым бер юғары уңыштарға өлгәште. Был хаҡта 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә арналған  йыйылышта Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Г.Р.Солтанова ла бәйән үтте. Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, был көндөң олуғ шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың исеме менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, 11-12 декабрҙә ойошторолған «Аҡмулла диктанты»нда бар уҡытыусылар һәм уҡыусылар, ата-әсәләр дәррәү ҡатнашты.

Башҡорт теле йылына арналған республика күләмендә ойошторолған конкурстарҙан да уҡытыусыларыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ ситтә ҡалманы. Байҡыбаш, Иҫке Аҡбүләк, Абыҙ, Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр, Озерки, Ҡариҙел 1-се, 2-се урта мәктәбе коллективтары районыбыҙҙың призерҙары исемлеген арттырҙы.

18 декабрҙә  дистанцион форматта  башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабы ойошторолдо. Быйыл был олимпиада Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индерелде.

Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылында М.Ғафури, М.Кәрим, З. Биишева, Р.Бикбаев, ә.Вәлиди, Р. Ғәрипов, Р.Солтангәрәев уҡыуҙары үткәрелде һәм унда уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнашып, төрлө призлы урындар яуланылар.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә планлаштырылған бөтә саралар ҙа тейешле кимәлдә уҙғарылды. Әлеге көндә Башҡорт теле йылын ябыу тантанаһына ҙур әҙерлектәр бара. Шуныһы ҡыуаныслы: был сараларҙан бер кем дә ситтә ҡалмай. Мәктәпкәсә йәштәге балалар, тәрбиәселәр, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр бер булып саралар әҙерләп үткәреп телебеҙҙең бәҫен, әһәмиәтен күтәрә икән, тимәк, телебеҙ йәшәйәсәк.

 

Просмотров: 201 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Декабрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024