Билдәле булыуынса Zoom платформаһы кәңәшмә үткәреүгә ни бары 30 минут ваҡыт бирә. Был арауыҡта бар мәсьәләләр ҡаралып өлгөрмәй. Ошоно иҫәпкә алып, берләшмә рәйесе, Байҡыбаш урта мәктәбе уҡытыусыһы Ә.К.Кәбирова, сараларҙы ике өлөшкә бүлеп үткәреүҙе тәҡдим итте, быны мәғариф бүлеге методисы Р.В.Хәбибйәнова ла раҫланы. Шулай итеп, телһөйәр уҡытыусылар башта 17 апрелдә осраштылар. Кәңәшмәгә ҡунаҡҡа район мәғариф бүлегенең баш методисы З.В.Сафина саҡырылғайны. Зөлфинә Ваяс ҡыҙы дистанцион шарттарҙа дәрес алып барыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Артабан һүҙ Озерки мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы А.Ф.Дәүләтшинаға бирелде. Айгөл Финат ҡыҙы март айында уҙғарылған республика күләмендәге “Йыл башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсында бик уңышлы ҡатнашып ҡайтҡайны. Ул ошо мәртәбәле сарала күрһәткән үҙенең оҫталыҡ дәресе менән таныштырҙы. Конкурсанттың фекере, яңыса эш алымы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оҡшаны. 17 апрель көндө Милли кейем байрамы үтте. Шуға ла ошо сараға йомғаҡ яһап, уның мөһимлеге тураһында әйтеп үтелде.
29 апрелдә үткән икенсе ултырышта иһә уҡытыусылар башҡорт теленән Халыҡ-ара тоталь диктант яҙыуға йомғаҡ яһаны, сарала әүҙем ҡатнашҡандарға, уның район күләмендәге ойоштороусыларына рәхмәт белдерелде. Артабан һәр уҡытыусы быйылғы уҡыу йылында ирешкән ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп үтте. 9 майға, Еңеү көнөнә бағышланған сараларҙа ҡатнашыу кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды, һәр мәктәпкә айырым бурыстар йөкмәтелде. Уҡытыусылар, билдәле шәхесебеҙ М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын һөйләп, флешмобта ҡатнашасаҡтар. Уңыштар теләйек! |