Һәр милләттең үҙенә хас йолалары, милли аш-һыуҙары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар.Башҡорт халҡының да милли аштарының тарихы бик бай. Милли аш-һыуҙар борондан бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килгән. Ошо йолаларҙы балаларға еткереү маҡсатында Байҡыбаш урта мәктәбе алдында ойошторолған “Йәйләү-2019” ял итеү үҙәгендә меню башҡа лагерҙарға ҡарағанда айырылып тора. Унда балаларға ҡуллама, ҡыстыбый, ҡоймаҡ, шәңгә, бауырһаҡ, иренсәк билмән кеүек милли аш-һыуҙарҙы, башҡа ризыҡтар менән бер рәттән, мәктәп ашнаҡсылары Эльвира Миңнеәхәмәтова, Ләйсән Аллаярова, ярҙамсылары Зарема Дәүләтова әҙерләй. Улар технологик карта ҡулланып, үҙҙәренең оҫталыҡтарына таянып, ял итеүселәрҙе ихлас һыйлайҙар. Балалар ризығы булараҡ, һөттән бутҡа, һөтлө аштар бешерәләр.
Һәр ырыуҙың баш әйҙәүселәре балаларға аш-һыуға ҡарата ниндәй тыйыуҙар барлығын, башҡорттарҙың өҫтәл артында үҙеңде тотоу буйынса традицион этикет ҡағиҙәләре булыуын, аҙыҡты һәм эсемлекте тик уң ҡул менән генә алырға ярағанлығын төшөндөрә. Ашағанда яныңда ултырған кеше менән татыу мөнәсәбәттә булыу һәм теремек һәм шат күренеү маҡтауға лайыҡ икәнлеген күрһәтеп кенә ҡалмайҙар, ә һәр ризыҡтың ниндәй витаминдарға бай икәнен, организмға күпме кәрәкле элементтар биреүен аңлаталар. |