Четверг, 09.05.2024, 22:22
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел образования Администрации МР Караидельский район РБ     


Мы рады приветствовать вас на нашем сайте
Сайт переходит по новуму адресу https://karroo.bashkortostan.ru/
452360, Республика Башкортостан, с.Караидель, ул. Ленина 30А, тел. (34744) 2-14-39, E-mail: karruno@bk.ru
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 337
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Ноябрь » 2 » 2 ноябрҙә райондың туған телдәр уҡытыусыларының сираттағы ултрышы уҙҙы
14:56
2 ноябрҙә райондың туған телдәр уҡытыусыларының сираттағы ултрышы уҙҙы

     2 ноябрҙә райондың туған телдәр уҡытыусыларының сираттағы ултрышы уҙҙы. Ул онлайн форматта ойошторолдо. Уҡытыусылар яңыраҡ үткәрелгән “Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләүселәр” бәйгеһенең, “Республикамды данлайым” тип аталған район иншалар конкурстары буйынса йомғаҡ яһаны, еңеүселәр ҙә атап үтелде. Шулай уҡ район методик берләшмә рәйесе Г.Ф.Яҡупова октябрҙә билдәләнгән респулика күләмендәге башҡорт теле уҡытыусылары форумы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп, унда Байҡыбаш урта мәктәбе уҡытыусыһы Ә.М.Кәбированың эшмәкәрлеге юғары билдәләнеүе тураһында бәйән итте.

Артабан Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Г.Р.Солтанова сығыш яһаны. Ул бөгөн популярлаша башлаған буктрейлерҙар тураһында һөйләне, уны уҡылған китап буйынса видеояҙма-анонс, реклама, интрига икәнлеген атап, ошондай эш алымын ҡулланыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки әлеге ваҡытта тап буктрейлерҙар менән бәйле бер-нисә республика кимәлендә конкурстар иғлан ителгән.

Шунан һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алға ҡуйылған бурыстарҙы барланы, төп эшмәкәрлектә осраған теге йәки был мәсьәләләргә бәйле фекерҙәр менән уртаҡлашты. Киләсәктә райондың туған телдәр уҡытыусыларның Интернет киңлектәрендә үҙ порталы булдырыласаҡ – шундай уй-ниәттәр ҙә яңғыраны кәңәшмәлә.

Просмотров: 276 | Добавил: karruno | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Вход
Календарь
«  Ноябрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30
Архив записей
Безопасность детей
Победа! 75 лет
Безопасность детей

Copyright MyCorp © 2024